+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 13:40

Мостайлы “Аманат”

Һөйөнсө! "Аманат"тың ҡарасай һаны донъя күрҙе! Әммә был һан бер ҙә ябайҙарҙан түгел, сөнки уның эсе тулы - әҙәби хазина!

Ҡарасай һаны Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Пионер” журналында үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтырып, аҙаҡ шунда журналист булараҡ тәүге аҙымдарын баҫҡан Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Байрам уңайынан, уҡыусылар Мостай олатайҙарына бағышлап матур-матур шиғырҙар ебәрҙе һәм улар журналыбыҙҙың тәүге биттәрендә донъя күрҙе. Ә Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе уҡыусыһы Гөлсөм Исхаҡова яҙыусының ижадына байҡау яһаған. Шулай уҡ әҙиптең үҙенә адресланған хаттар “Хат-хәбәр” рубрикаһында донъя күрҙе.
Кендек, Рукавказ, Бәрәскәй... Тәүге ҡушамат беҙгә күптән таныш, ә ҡалған икәүһе кемдеке икән? “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында ошо бер ҡатлы ғына, әммә бигерәк иҫтә ҡалырлыҡ ҡушаматтар эйәһе – Мостай олатайығыҙҙың бала сағы тураһында уҡырһығыҙ. Әҙип иҫтәлектәрен ҡағыҙға тере сағында уҡ төшөргән, ә журналға уларҙы Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ әҙерләп бирҙе. Һеҙгә был хәтирәләр бик оҡшар, тигән фекерҙәбеҙ!
“Башҡорт ырыуҙары” рубрикаһы республикабыҙҙың көнсығыш райондарында борон-борондан көн иткән милләттәштәребеҙ тураһында бәйән итә. Мең ырыуы үҙе генә туғыҙ ырыуға бүленә икән. Шишмә районында, мәҫәлән, Ҫыбы-Мең башҡорттары йәшәй. Әйткәндәй, Мостай олатайыбыҙ ҙа тап ошо ырыуҙан. Ә шағирҙың һигеҙ быуындан торған шәжәрәһе – үҙе бер тарихи документ! Шәжәрә журналдың 10-сы битендә донъя күрҙе.
Мостай Кәримдең тәүге эш урыны ҡайҙа булған, тиһегеҙ? “Пионер” журналында! 19 йәшлек кенә сағында ул журналда хеҙмәт юлын башлай, бер ҡатарҙан Башҡорт дәүләт педагогия институтында ла уҡып йөрөй ул. Журналда уның турала ҡыҙыҡлы белешмәнән тыш, хеҙмәт кенәгәһенең фотоһы ла бирелгән.
Әлбиттә, журналыбыҙҙа даими барған “Ай, һылыу!” конкурсы ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Ҡарасай һылыуы был юлы “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә алып барылған тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса билдәләнгәйне. Өфө ҡыҙы Азалия Асаинова, иң күп “лайыҡ” йыйып, беренсе урын яуланы һәм ай һылыуы булараҡ, уның фотоһы журнал битендә донъя күрҙе!
Ҡыҙҙар, беҙ егеттәрҙе тикшереп, улар тураһында уй-фекерҙәрҙе күптән төйнәп бөткәнбеҙ, шулаймы? Ә бына егеттәр ҡыҙҙар тураһында ни уйлай икән? Өфө егете Рәмил беҙгә бик ҡыҙыҡ эстәлекле хат ебәргән бит әле. “Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!” ти ул. Әйҙәгеҙ әле, “Мәңгелек сер”ҙәге ошо хатты уҡыйыҡ һәм үҙебеҙҙең фекерҙәрҙе яҙайыҡ, йәме?
Үҫмер ҡыҙҙарҙың баш юғалтып ғашиҡ булыуына, егеттәрҙең тик торғандан енәйәт юлына баҫыуына сәбәпсе күренеш – үҫмерҙәр максимализмы тураһында ла Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ бик ентекле аңлатып яҙған. Донъяны аҡ менән ҡараға ғына бүлеп ҡарауҙың насар йәки яҡшы яҡтары тураһындағы мәҡәлә һеҙгә файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.
Интернет донъяһы үҫмерҙәрҙе генә түгел, ата-әсәләрҙе лә йота икән шул. Әсәйҙәр интернетта ниҙәр эҙләй икән? Уларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра һуң? Был хаҡта Миләүшә апайығыҙ әҙерләгән мәҡәләлә уҡырһығыҙ. Бәлки, әсәйҙәргә ҡарата ҡарашығыҙ үҙгәреп тә китер...
Журналыбыҙҙың өр-яңы һаны бына-бына почта йәшниктәренә барып етергә тора. Ә һеҙ киләһе йылды хәстәрләй башланығыҙмы? "Аманат"ҡа 2020 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу хаҡы - 350 һум 28 тин. Квитанцияларығыҙҙы һәм купондарығыҙҙы әленән үк тултырып, беҙгә ебәрә тороғоҙ, велосипед, планшет, смартфон һәм башҡа бүләктәр һеҙҙе көтә, дуҫтар!
Читайте нас: