-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 11:20

Владимир Путин Макронға барыһын да ентекле һөйләне

Алдан килешкән булғандар икән.

Рәсәй Президенты менән Франция Президентын әйтәм. Телефондан бик тәфсирләп һөйләшеп алдылар. Йәғни, барыһы тураһында ла. Владимир Путин Эммануэль Макронға 22 октябрҙә Сочиҙа үткән әңгәмә хаҡында ла ентекле бәйән итте. Ниндәй әңгәмә икәнен беләһегеҙҙер.


Эйе, Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән оҙайлы переговорҙар булды бит. Ул сара юғары кимәлдә үтте. Һәр яҡтың мәнфәғәттәре күҙ уңында тотолдо һәм тураһын әйтергә кәрәк: һуғыш сығыу хәүефе туҡтатылды.


Макрон әфәнде был осрашыуҙы ыңғай баһаланы. Сочи меморандумының Сүриә көрсөгөн яйлауға булышлыҡ итеүенә һәм Евфрат йылғаһын буйлап ултырған дәүләттәрҙәге тотороҡлолоҡ өсөн нигеҙ буласағына ҙур өмөт бар.


Сочиҙа Рәсәй - Африка саммиты ла тамамланды.

Владимир Путин унда ҡатнашыусылар үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек яҡлы булыуын күрһәтеүҙәрен билдәләне.

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас в