-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 10:03

Динислам ғына юҡ инде...

Йәйге каникул башланып ҡына торғанда, Өфөлә 34 йәшлек ҡатын "Ниссан Икс-трейл" автомобиле менән юлды велосипедта светофорҙың йәшел төҫөнә үтеп барған туғыҙ йәшлек Динислам Дауытовты тапатты.

Быйыл йәй республиканы тетрәткән юл-транспорт фажиғәһен хәтерләйһегеҙҙер. Йәйге каникул башланып ҡына торғанда, Өфөлә 34 йәшлек ҡатын "Ниссан Икс-трейл" автомобиле менән юлды велосипедта светофорҙың йәшел төҫөнә үтеп барған туғыҙ йәшлек Динислам Дауытовты тапатты.


Бала ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирҙе. Баш ҡаланың 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған, сығышы менән Бөрйән районынан булған малайҙы бар республика йәлләне, ата-әсә менән ауыр ҡайғыларын бергә кисерҙе.


Һуңыраҡ аварияла ғәйепле ҡатынға баш ҡаланың Совет районы суды бигерәк йомшаҡ яза бирҙе: уны шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм иттеләр, өс йыл һанау срогы бирелде һәм малайҙың ата-әсәһенә 500-әр мең компенсация түләргә ҡушылды. Күптәргә, шул иҫәптән Совет районы прокуратураһына баланың өҙөлгән ғүмере өсөн был яза үтә йомшаҡ кеүек тойолдо. Һәм улар республиканың Юғары судына ялыу бирҙе.


Һөҙөмтәлә бөгөн яңы ҡарар билдәле булды: Юғары суд ғәйепле ҡатынды ике йылға колонияға ебәрә. Әйткәндәй, ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.


Аныҡ срок та булды, ҡатын да ғәйебен танып үкенә, тик Динисламды ғына кире ҡайтарып булмай... Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: