-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 18:51

“Илһам” нәфис һүҙ оҫталары еңеүселәре

Өфөнөң 2-се башҡорт лицейында нәфис һүҙ оҫталарының “Илһам” XIII ҡала смотр-конкурсы үтте.

“Илһам” нәфис һүҙ оҫталары еңеүселәре


2019 йылдың 25 октябрендә Өфөнөң 2-се башҡорт лицейында нәфис һүҙ оҫталарының “Илһам” XIII ҡала смотр-конкурсы үтте.

Ҡала смотр-конкурсы 2006 йылдан бирле үткәрелеп килә. Ун өс йыл эсендә белем биреү усаҡтарынан йәмғеһе 2600 уҡыусы бала һәм тәрбиәләнеүсе, 300 педагог ҡатнашты. Бәйгене ойошторусылар булып, Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы һәм ҡала округының Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәге. Уҡыусыларҙа патриотик тойғо уятҡан, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән был сара үҙ мәктәптәрендә, райондарында еңгән иң һәләтле балаларҙы йыйған ине. Бәйгелә белем биреү учреждениелары педагогтары ла ҡатнашты. Өс турҙан торған әлеге конкурста сығыштар башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә башҡарылды.


Сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм мәшһүр әҙибебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға, шулай уҡ Театр йылына бағышланды. Балаларҙың оҫта итеп образға инә белеүе, ҡалала йәшәһәләр ҙә туған телдәрендә тасуири һөйләүҙәре, бер-береһе менән матур аралашыуы һоҡландырҙы.


Конкурста ҡатнашыусылар дикция, артислыҡ һәләте, үҙенсәлек, оригинальлек, конкурс репертуарына тура килеү билдәләре иҫәпкә алынып, баһаланды.

Бәйге еңеүселәре булып Өфөнөң 161 лицейы, 122-се Башҡорт гимназияһы, 2-се башҡорт лицейы, Ф.Мостафина исемендәге 20-се мәктәбе, М.Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы, З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт лицейы, А.Абдуллин исемендәге 109-сы мәктәбе, 11-се Аксаков гимназияһы, 65-се Татар гимназияһы, 84-се Татар гиназияһы, 15-се, 24-се, 44-се, 55-се, 110-сы, 113-сө, 147-се мәктәптәр 82-се, 86-сы гимназиялар, 107-се лицей уҡыусылары еңеүсе һәм төрлө номинациялдар еңеүселәре булды. Иң яҡшы конкурсанттарға Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының Дипломдары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Һүрәттә: (1-се фото) 161-се лицей уҡыусыһы Арыҫлан Ҡырымсурин менән 122-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Алсын Ғарифуллин был бәйгелә икеһе лә беренсе урын яуланы. Уларҙың башҡарыу оҫталығы жюри ағзаларына ғына түгел, барлыҡ тамашасыларға ла бик оҡшаны!

Читайте нас: