+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 11:34

Анновкаға – модулле ФАП

Йылайыр районының Анновка ауылында ла модулле ФАП төҙөлә башланды.

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ошо программаға ярашлы төпкөлдәрҙә лә фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу – ғәжәп матур күренеш.
Йылайыр районының Анновка ауылында ла модулле ФАП төҙөлә башланды. Әле эшселәр бинаның каркасы менән мәшғүл. Төҙөлөштө тендерҙа еңгән Пермь өлкәһенең Чусовой ҡалаһынан “Стройсервис” йәмғиәте алып бара.
Бина тиҙ арала ҡороп ултыртылыр, артабан заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыр тип ышана ауыл халҡы.
Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау! милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.


Автор: [email protected]
Читайте нас: