+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 13:48

Үҫмер уҡытыусыһы өҫтөнән Радий Хәбировҡа ялыу яҙған

Яңыраҡ Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусы үҫмер уҡытыусыһы өҫтөнән республика Башлығы исеменә ялыу яҙған.

Яңыраҡ Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусы үҫмер уҡытыусыһы өҫтөнән республика Башлығы исеменә ялыу яҙған.


Дима (исеме үҙгәртелде) уҡытыусыһының мөнәсәбәте менән килешмәй. Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү өсөн был мәктәпкә бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова үҙе барҙы.


"Уҡытыусы менән уҡыусы араһында аңлашмаусанлыҡ каникулға сығыуға бер көн ҡалғас килеп тыуған, - ти омбудсмен. - Үҫмер егет уҡытыусыһының үҙен тотошо менән килешмәгән һәм үҙенең намыҫын, исемен аҡлар өсөн Радий Хәбировҡа хат яҙырға булған. Беҙ ул уҡыған мәктәптә булдыҡ. Диманың үҙе, ата-әсәһе, уҡытыусыһы, мәктәп директоры, психолог һәм социаль хеҙмәткәр менән һөйләштек. Нисек уҡый, дәрес ҡалдырмаймы, иптәштәре һәм башҡа уҡыусылар менән мөнәсәбәте нисек - үҫмер менән беҙ ололарса диалог ҡорҙоҡ. Эйе, был хәлдә Дима үҙенең лидерлыҡ һәләттәрен күрһәтә алған. Шуға ла әңгәмәне ысын лидер үҙен нисек тоторға тейешлеге, ихтияр көсөн, ныҡышмалыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыу кеүек сифаттарҙы нисек үҫтерергә һәм ҡайһы осраҡтарҙа ҡулланырға - бына шул юҫыҡта алып барҙыҡ. Конфликт хәл ителде, әммә артабан ни булыр - мин үҙем был ситуацияны күҙ уңында ул тулыһынса яйға һалынғансы күҙәтәсәкмен".


Читайте нас: