-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 12:04
Башҡортостанда этнографик диктант уҙасаҡ
3 ноябрҙә Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата «Ҙур этнографик диктант» акцияһы уҙа. Республикала был акция икенсе тапҡыр үтә.
3 ноябрҙә Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата «Ҙур этнографик диктант» акцияһы уҙа. Республикала был акция икенсе тапҡыр үтә.
Этнография буйынса диктант яҙыу өсөн 12 майҙансыҡ билдәләнгән. Улар иҫәбендә — Башҡорт дәүләт университеты, атап әйткәндә, Тарих һәм дәүләт идара итеүе институты (К. Маркс урамы, 3/4, гуманитар корпус, 4-се ҡат, 405-се аудитория), шулай уҡ юғары уҡыу йортоноң Сибай, Нефтекама, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдары; М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты; Мәләүездәге Башҡортостан технологиялар һәм идара итеү институты; Башҡортостан социаль технологиялар институты; Өфө киң профилле һөнәри колледжы; Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәри колледжы; Нефтекама педагогия колледжы; Мәсәғүт педагогия колледжы.
Диктант 30 тест һорауынан тора, ул федераль (20 һорау) һәм төбәк (10 һорау) тематикаһын үҙ эсенә ала. Тесҡа 45 минутта яуап бирергә кәрәк. Онлайн-тесты 3 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 5 ноябргә тиклем үтергә мөмкин.
Диктанттың һөҙөмтәләрен, эштәрҙең дөрөҫ яуаптарын һәм типик хаталарҙы 12 декабрҙә сайтта ҡарарға була.
Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр менән танышыу өсөн
www.miretno.ru
буйынса үтегеҙ.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"