+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 14:27

Башҡорттарҙан үрнәк алалар!

Кисә кис Интертат татар порталында бик ҡыҙыҡлы мәҡәлә донъя күрҙе. Баҡтиһәң, ут күршеләребеҙ беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә башҡортса шрифт ҡулланып аралашыуыбыҙға аптырай икән...

Кисә кис Интертат татар порталында бик ҡыҙыҡлы мәҡәлә донъя күрҙе. Баҡтиһәң, ут күршеләребеҙ беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә башҡортса шрифт ҡулланып аралашыуыбыҙға аптырай икән...


"Кемдәр интернет киңлектәрендә күп ултыра, иғтибар иткәндер: башҡорттар башҡорт шрифттарын ҡулланып яҙа, ә татарҙар урыҫ хәрефтәре менән генә теҙә. Ниңә шулай?" - тигән һорауға яуап эҙләй автор ( Ысынлап та, телефондан хәҙер бик күптәребеҙ кинәнеп туған телдә хатлашабыҙ шул! Бынан ике-өс йыл элек был тиклем әүҙемлек һиҙелмәй ине. Әммә "Бәйләнештә" селтәрендәге "Серләшәйек" төркөмөндә ултырыусылар башҡорт шрифтына күсеп алдылар һәм урыҫсалап яҙыусыларҙы ҡаты ғына итеп тәнҡитләй башланы. Һөҙөмтәлә күптәр "сер"ҙәрен "Ғәфү итегеҙ, башҡортса шрифтым юҡ" тигән һөйләмдән башлап ебәрергә мәжбүр.


Смартфонға башҡортса шрифтты Google Play аша күсереп алырға мөмкин. Шулай уҡ телефондың көйләмәләрендә лә башҡортсаһын эҙләп табырға була. Был ысул бигерәк уңайлы - смартфондың хәтер күләме кәмемәйәсәк. Андроидтың операцион системаһы гелән үҙенән-үҙе яңырып тора. Шуға "настройка --> расширенные настройки —>язык и ввод —>Gboard --->языки---> добавить клавиатуру" юлы менән башҡортса шрифтты телефонға өҫтәп алырға була.

Дуҫтар! Интернетта башҡортса аралашығыҙ!
Читайте нас: