+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 10:28

Путин - Орбан осрашыуының һөҙөмтәһе нисек булыр?

Рәсәй Президенты йәнә лә Көнбайышта эш сәфәрендә.

Рәсәй Президенты йәнә лә Көнбайышта эш сәфәрендә.


Был юлы ул Венгрияла. Премьер-министр Виктор Орбандың "Кармелит ихатаһы" тигән һарайында осраштылар.


Дәүләт башлыҡтары сауҙа-иҡтисади, мәҙәни-гуманитар өлкәлә үҙ-ара хеҙмәттәшлек, көнүҙәк халыҡ-ара һәм төбәк хәл-әхүәлдәре тураһында фекер алышты.


Әлбиттә, байтаҡ мөһим документҡа ла ҡул ҡуйыу күҙалланғайны.


Алдан Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песковтың, Яҡын Көнсығышта урынлашҡан христиан сиркәүҙәре етәкселәре менән бик ҡыҙыҡ осрашыу буласаҡ, тигәне тормошҡа ашты.


Тағы ла көн тәртибендә Халыҡ-ара дзюдо федерацияһының штаб-квартираһында булыу ҙа бар ине.


Бығаса Рәсәй менән Венгрия лидерҙары 2018 йылда Мәскәүҙә осрашҡайны. Ә Владимир Путин Будапештҡа һуңғы тапҡыр ике йыл элек барҙы.


Әйткәндәй


Үрҙә телгә алған Кармелит ихатаһы (Кармелитское подворье) архитектура ансамбле ул. Боронғо кармелит ордены сиркәүе. Орден ағзалары сиркәүҙе өс быуат элек ташлап китергә мәжбүр була. Төрлө ваҡытта бында крепсостной театр, дәүләт учреждениелары урынлаша.

2014 йылда бина рәсми рәүештә Венгрия Премьер-министрының резиденцияһы тип иғлан ителә.


Фото: Кремлин.ру


Читайте нас: