+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 12:06

Мәктәп директорҙары – Сибай институтында

Баймаҡ районының мәктәп етәкселәре каникул осоронда үҙ белемен камиллаштырыу, фекер алышыу өсөн Сибай институтына йыйылды.

Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Зәйнуллин етәкселегендәге делегация, “Мәғариф” милли проектына ярашлы, “Педагогик кадрҙарҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу – милли проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә” тип аталған семинарҙа ҡатнашты.
Сара башланыр алдынан ҡунаҡтар Сибай институты менән яҡындан танышты, улар өсөн уҡыу йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Фекер алышыу “түңәрәк өҫтәл” дә барҙы, спикерҙарҙың сығыштары тыңланды. “ТехноТерра” Сибай балалар технопаркында булыу ҙа мәктәп директорҙары өсөн файҙалы һәм фәһемле булды.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты В.В. Путин был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдына 2024 йылға илдең мәғариф өлкәһен сифаты буйынса донъяла иң яҡшы унау исемлегенә индереү бурысын ҡуйҙы.
“Етәксе күрһәтмәһен дөйөм һөнәри белем биреү өлкәһендә эшләгәндәр менән бергә, уртаҡ көскә таянып ҡына тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ. Ошо йәһәттән бөгөнгө осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм кәрәкле. Барлыҡ уҡыу йорттары араһында бәйләнеш булдырыласаҡ, Сибай институты менән хеҙмәттәшлек артабан да дауам итәсәк”, – тине Илдус Зәйнуллин.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.

Автор: Кәримә УСМАНОВА.
Читайте нас: