Владимир Путин ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының алты генералын, эске эштәр министрлығынын дүрт һәм тикшереү комитетының бер генералдарын вазифаларынан азат итте. Был турала Указға ул 4 ноябрь ҡул ҡуйған. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе Эске эштәр идралығы етәксеһен тәғәйенләгән. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының 13 хеҙмәткәренә – генерал дәрәжәләрен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйған.