-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 09:51

Башҡортостан мәктәптәренә ЮНЕСКО сертификаттары бирәләр

Башҡортостандың 11 мәктәбе һәм бе балалар баҡсаһы ЮНЕСКО сертификаттарына лайыҡ булды.

Париждың ЮНЕСКО Ассоцияцияланған мәктәптәр сертификаттары Башҡортостандың тағы өс мәктәбенә бирелә. Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе, Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы. Рәсәй Федерацияһы ЮНЕСКО Клубтарының сертификаттарына Өфөнөң 100-сө, 110-сы, 147-се мәктәптәре, шулай уҡ Фатима Мостафина исемендәге 20-се Ҡала башҡорт гимназияһы, Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейы, Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының 4-се мәктәбе, Нурима районының Ҡыҙыл Шишмә мәктәбе, Ағиҙел ҡалаһының Башҡорт гимназияһы һәм Өфө районының Булгаково ауылының "Семицветик" балалар баҡсаһы лайыҡ булды.
Читайте нас: