-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 12:09

Табиптар райондарҙа эшләйәсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 5 ноябрҙән киләһе йылдың 27 мартына тиклем табиптар райондарға сығып халыҡтың һаулығын тикшерәсәк.

Нейрохирург, кардиолог, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог һәм башҡа белгестәр район-ҡалаларҙа эшләйәсәк. Элеге ваҡытта табиптар Бәләбәйҙә эш башланылар. 11-15 ноябрь‒ Баймаҡ, 18-22 ноябрь‒ Белорет, 25-29 ноябрь ‒ Бөрө, 2-6 декабрҙә – Дүртөйлө, 9-13 декабрь ‒ Ишембай,

16-20 декабрь‒ Күмертау, 23-27 ноябрь ‒ Мәләүез үҙәк район дауаханаларында халыҡты ҡабул итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.
Читайте нас: