-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 12:30

Бөгөн Октябрь революцияһы башланған көн

1917 йылдың октябрендә (яңы стиль буйынса — ноябрь) Рәсәйҙә башҡарылған һәм бөтөн донъяның артабанғы тарихы барышына йоғонто яһаған ХХ быуаттың иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе була ул.

1917 йылдың октябрендә (яңы стиль буйынса — ноябрь) Рәсәйҙә башҡарылған һәм бөтөн донъяның артабанғы тарихы барышына йоғонто яһаған ХХ быуаттың иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе була ул. Революция һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм власҡа Советтарҙың II Бөтә Рәсәй съезы тарафынан ойошторолған хөкүмәт килә.

Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем 7 ноябрь илдең төп байрамы булараҡ билдәләнде. Ил тарихында, Рәсәйҙең артабанғы үҫеш юлын билдәләүҙә революцияның роле ҙур, - ти ғалимдар.

Октябрь революцияһы Башҡортостан өсөн дә эҙһеҙ үтмәгән, ауылдарҙы үҫтереү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, башҡа йүнәлештәрҙә мөмкинлектәр асыла, башҡорттар илдә тәүгеләрҙән булып автономия ала, үҙ Республикаһын булдыра. Ут эсендә тыуып, хеҙмәттә үҫеп, көрәштә сынығып, үҙ бәхетен ҡоя Башҡортостаныбыҙ. Киләсәктең яҡты көндәренә ныҡлы аҙымдар менән килә.

Автономия алған йәш республика, үҙенең киләсәген уйлап, йәш быуынды ҡайғыртып, өр-яңы баҫма “Керпе” (“Терпе”) журналын булдыра. Туҡһан йыллыҡ тарихы булған “Пионер”-“Аманат” әле лә сафта, үҫмер балаларға аң-белем тарата.
Читайте нас: