"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 11-13 ноябрҙә Өфөлә беренсе тапҡыр Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале үтә. Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мостай Кәрим исемендәге Миллә йәштәр театры ойоштора.
Ағиҙел, Бөрө, Белорет, Благовещен, Нефтекама, Салават, Өфө ҡалаларынан, Дүртөйлө, Мишкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Яңауыл райондарынан театр коллективтары ҡатнаша.