Һүрәт төшөрөргә яратҡан малай
Бөйөк Британияның Шрусбери ҡалаһында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Джо Уэйл һүрәт төшөрөргә әүәҫ була. Хатта мәктәптә лә, уҡытыусыларҙың йәненә тейеп, дәрестә дәфтәренә бер туҡтауһыҙ һүрәт эшләгән. Улдарының һәләтен хуплап, ата-әсәһе малайҙы сәнғәт мәктәбенә уҡырға бирә.
Малайҙың эштәренә һоҡланған рәсем уҡытыусыһы бөтөн таныштарына ла уны маҡтап һөйләй. Эштәрен ваҡытлы матбуғатта ла баҫтырып сығара.
Был турала ҡаланың Number 4 рестораны етәксеһе белеп ҡалып, бинаның эске диуарҙарын биҙәү өсөн малайҙы үҙҙәренә саҡыра. Малай бер нисә көн дауамында ресторанда һүрәт төшөрә. Һүрәт барыһына ла бик оҡшап ҡала.
Джо, шулай итеп, билдәлелек яулай һәм үҙенең һәләтен артабан үҫтереүен дауам итә.