+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 10:55

Владимир Путин фән һәм юғары белем министрын тәнҡитләне

Владимир Путин Президент ҡарамағындағы рус теле буйынса совет ултырышында Рәсәй фән һәм юғары белем министрын тәнҡитләне.

Владимир Путин Президент ҡарамағындағы рус теле буйынса совет ултырышында магистратураға төркөмдәр туплағанда бюджет урындарының аҙ булыуға Рәсәй фән һәм юғары белем министры Михаил Котюковты тәнҡитләне.

Воронеж дәүләт университетын магистратура төркөмөндә ни бары алты бюджет урыны бар, ә төркөмдә кәмендә 12 кеше булыуы мотлаҡ. Рәсәй фән һәм юғары белем министры статистика ярашлы яуап бирергә маташты, ләкин Владимир Путин быға: “ерҙәге хәлде, тормош ысынбарлығын аңламайынса, статистика мәғлүмәттәренә генә нигеҙләнеү дөрөҫ түгел”, – тине.

Магистратура төркөмө кәмендә 12 кешенән торорға тейеш икән, тимәк, унда 12 бюджет урыны булдырыу шарт, тигән фекерҙә Владимир Владимирович.

Михаил Котюков был методикаға үҙгәреш индерергә вәғәҙә бирҙе һәм шунда уҡ Президентҡа ошо үҙгәрештәр тураһында хәбәр итеүен белдерҙә.

Читайте нас: