+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2019, 11:00

Башҡорт ҡымыҙы ғәрәп илдәренә

Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы,башҡорт ҡымыҙын ғәрәп илдәренә етештересәктәр.

Башҡортостандың Тышҡы сәнәғәт бәйләнештәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов менән "Алмас" компанияһының Директорҙар советы рәйесе Салем Аль-Бьянони осрашыуында бейә һөтө һәм ҡымыҙ менән тәьмин итеү тәҡдимен еткерҙе.
Былай ҡымыҙҙы оҙаҡ һаҡлап булмай шуға күрә Башҡортостандың Урал аръяғында етештерелгән ҡоро ҡымыҙ продукцияһы экспортҡа китә. Шулай уҡ республика шифаханаларында дауаланыуҙы ойоштороу ҙа күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора.
Сәлмән Ярмуллин фотоһы
Читайте нас: