-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 20:00

Ысын геройҙар үҙебеҙҙең арала ла бар

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт йыйылышында герой балаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт йыйылышында герой балаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Йәш геройҙар республиканың төрлө райондарынан - Әлшәй, Архангель, Баймаҡ, Бәләбәй, Ейәнсура, Кушнарен, Стәрлетамаҡ, Шарандан килгәйне. Геройҙарҙың иң бәләкәйенә ете йәш кенә, ә иң өлкәненә - 17.
12 йәшлек Айнур Яҡубов “Ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн”, Рәмзил Шәрипов менән Дмитрий Давидюк “Ғүмерҙе һаҡлап ҡалғаны өсөн” миҙалдары менән бүләкләнде. Башҡаларға Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының грамоталары тапшырылды. Улар үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, балаларҙы һәм ололарҙы янғындан, һыуҙа батып барғанда ҡотҡарып алып ҡалған.
“Ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән Архангель районынан Александр Маскалев та бүләкләнде. Ул янғын ваҡытында әсәһен, ағайын һәм апаһын үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған. Александрға награданы 1 ноябрҙә Федерация Советына саҡырып, Валентина Матвиенко үҙе тапшырҙы.
Читайте нас: