-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 14:55

"Бәхетле осраҡ" - Белорет лицейында

Мәшһүр ҡәләм оҫтаһы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына һәм гүзәл, данлы илебеҙ Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына ҡарата, Белорет Башҡорт лицей-интернатында 5 "а" һәм 6 "Б" синыфы уҡыусылары өсөн "Тыуған илем – Башҡортостан!" исемле “Бәхетле осраҡ” уйыны үткәрелде. Данлыҡлы шәхесебеҙ М.Кәримдең "Ҡайын япрағы" тураһындағы шиғыры менән башланып китте сарабыҙ.

Белорет лицейында – “Бәхетле осраҡ”

Картаға ҡарап еремде:
–Бер япраҡ саҡлы, – тинем, –
Мин хайранмын киңлегенә
Башҡортостаным-илем!
Эйе, ысынлап та, картала Башҡортостан ҡайын япрағы тиклем генә. "Ә ҡайыны шундай бөйөк, юғары", – ти шағир. Һәр кем үҙенең тыуған илен ярата, уның сәскә атыуын теләй.
Уҡыусылар ике командаға бүленеп, бер-береһен сәләмләп, командаға исем уйлауҙан башланып китте сара. 5 "а" синыфында "Ямантау" һәм "Һеңлекәш" (М.Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса төшөрөлгән кинофильм) командалары, ә 6 "б" синыфында "Батырҙар" һәм "Мостай Кәрим" командалары көс һынашты. Һәр кем теләп ҡатнашҡан уйын бик етеҙ барҙы. Уҡыусылар төрлө өлкәлә үҙҙәрен белдекле тип танытты, бирешмәне.
"Тамамла" уйынында әйтелгән мәҡәлдәрҙең башын артабан дауам итеп, тамамлап ҡуйҙылар. Һуңынан инде "Уйла һәм әйт", “Кроссворд сисеү”, "Лидер артынан", "Башҡортостан" һүҙендәге хәрефтәрҙән исемдәр төҙөү, ә музыкаль паузала Башҡортостан тураһындағы шиғырҙарын яттан һөйләп тә, уҡып та ишеттерҙеләр. Шулай итеп "Бәхетле осраҡ" уйынында дуҫлыҡ еңеп сыҡты. Башҡортостандың киләсәге өмөтлө булыр, халҡыбыҙҙың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған илебеҙ күкрәп сәскә атыр, тигән ышаныс һәм өмөт менән,
“Бәхетле осраҡ”тың киләһе осрашыуына – Дауыт Юлтый исемендәге китапханаға саҡырып, таралыштыҡ.
Зилә Йәғәфәровна Теләмбитова, китапханасы.
Читайте нас: