+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 12:25

Өфөлә яңы йыл шыршыларын ҡуя башлайҙар

Был ниндәй тимер-томор ул фотола, тип аптырайһығыҙҙыр инде. Өфөлә яңы йыл шыршылары өсөн махсус ҡоролмалар ҡуялар - бына ниҙә хикмәт!

Был ниндәй тимер-томор ул фотола, тип аптырайһығыҙҙыр инде. Өфөлә яңы йыл шыршылары өсөн махсус ҡоролмалар ҡуялар - бына ниҙә хикмәт!
Коммуналь хеҙмәттәр баш ҡала райондарында яңы йыл шыршылары ҡуя башлаған. Киров районында, мәҫәлән, матур итеп биҙәлгән яһалма байрам шыршыһы буласаҡ. Урманда үҫкән ағасты ҡырҡмаҫҡа булғандар - быныһы бик хуп.
Ысын яңы йыл шыршыһы "Торатау" конгресс-холлы ҡаршыһындағы майҙанды биҙәйәсәк. Уны Благовещен районынан алып киләсәктәр. Шыршы-ҡупшыны, баҡтиһәң, сентябрҙә үк һайлап ҡуйғандар икән.
Дуҫтар! Ә һеҙ яңы йылды көтәһегеҙме?

Читайте нас: