Шулай уҡ быйыл 172 бала юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеп, йәрәхәтләнгән. Күпселек осраҡта балаларҙың ябай ғына юл ҡағиҙәләрен белмәүе, абайһыҙ булыуы, яҡтылыҡ сағылдырғыс таҡмауы ошондай статистикаға килтерә лә инде. Дөйөм республиканы алғанда, бындай күңелһеҙ хәлдәрҙең 45% Өфөлә теркәлгән.