-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 12:00

Милли проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн күпме аҡса бүленә?

Бының турала хөкүмәт йыйылышында Башҡортостандың экономика үҫеше һәм инвестицион сәйәсәт буйынса министры Рөстәм Моратов еткерҙе.

2019 йылда Башҡортостанда милли һәм дәүләт программаларына ярҙамға 68 млрд һумдан ашыу аҡса бүленә. Бының турала хөкүмәт йыйылышында Башҡортостандың экономика үҫеше һәм инвестицион сәйәсәт буйынса министры Рөстәм Моратов еткерҙе.
Республика бөтәһе 21 дәүләт программаһында, ете федераль маҡсатлы программаһында һәм федераль инвестиция программаһында ҡатнаша. Бөтәһе 119 заявка төҙөлгән һәм уларҙы бойомға ашырыуға 25,5 млрд һум бүленәсәк. Аҡсаның күп өлөшө милли проекттарға китә.
"Республика Башлығы был эшкә Дәүләт Думаһы депутаттарын һәм сенаторҙарҙы йәлеп итте, шуға ла бюджет заявкалары тиҙ арала ҡаралды һәм 10 ай эсендә шул заявкаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә рәүештә тағы 4,3 млрд һум өҫтәлде. 2019 йыл аҙағына тиклем Башҡортостан 68,6 млрд һум аласаҡ", - тине Рөстәм Моратов.
Читайте нас: