+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2019, 12:25

Тыуған көнөң менән, Зарина!

Бөгөн журналыбыҙҙың хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, талантлы йәш шағирә - Зарина Нәзирова (Бағышаева) тыуған көнөн билдәләй.

Бөгөн журналыбыҙҙың хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, талантлы йәш шағирә - Зарина Нәзирова (Бағышаева) тыуған көнөн билдәләй.
Ҡәләмдәшебеҙҙең ҡырпағайҙа тыуыуы һис тә осраҡлы түгелдер: уның күңеле лә тәүге ҡарҙай саф, шиғырҙары ла нурлы. Беҙ уға бәхетле оҙон ғүмер, тыныс ал таңдар, илһамлы кистәр теләйбеҙ.
Тыуған көнөң менән, Зарина!
ҠАНАТЛЫМЫН

Бер ҡанатым ижад булһа,
Бер ҡанатым – тыуған яҡ.
Йәм табамын осоуымдан,
Йә, ғаләм, йылмайып баҡ!

Бар донъя күркәм күренә,
Бар донъя серле, ғәжәп!
Тирә-яҡҡа һөйөп бағыу –
Иң яҡшы, матур ғәҙәт.

Һин йылмайһаң, һиңә ҡарап,
Бөтәһе лә йылмая.
Кешеләргә ихлас булыу
Яманлыҡтарҙан аяй.
ОС, ХЫЯЛЫМ!

Ос, хыялым! Ос, хыялым!
Болоттарға күс, хыялым!
Күңелемә бөтмәҫ ялһың,
Ҡанатландырыр илһамһың.

Ос, хыялым! Ос, хыялым!
Ай-йондоҙҙо ҡос хыялым!
Ҡояшҡа йәнәш тор йәме,
Йөҙөңдө миңә бор йәме.

Ос, хыялым! Ос, хыялым!
Йөрәгемдә йырың ҡала.
Һин арыраҡ осҡан һайын
Мин моңланам, мин моңланам.
“Биш”ле булһын!

Имтихандар етә бит, тип
Ҡурҡа, ана, ун берҙәр.
Студенттар ҙа сессияға
Әҙ-мәҙ генә әҙерҙәр.

Дер ҡалтырап төшә улар,
Етһә һынау тотор көн:
Уҡытыусы сәпәп ҡуйһа,
“Ике”леһен, “өс”лөһөн...

Ундай ғына имтихандар
Осормаһын ҡотоғоҙ!
“Биш”ле булһын тормошоғоҙ,
Бәхет ҡошон тотоғоҙ!

(Зарина БАҒЫШАЕВА)
Читайте нас: