+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2019, 17:30

Уҡыусының эше Третьяков галереяһы күргәҙмәһендә

Мәктәп уҡыусыһының картинаһы Третьяков галереяһы күргәҙмәһенә ҡуйылды

Мәктәп уҡыусыһының картинаһы Третьяков галереяһы күргәҙмәһенә ҡуйылды
Өфө ҡыҙы 16 йәшлек Асия Моратованың быйылғы көҙгө каникулы иҫтәлекле булды. Мәскәүгә саҡырылыуы ла осраҡлы булманы: “Поколение М” проекты сиктәрендә йәш рәссамдарҙың интернет-бәйгеһендә еңә уҡыусы.
Баш ҡала буйлап экскурсия, бүләкләү, күргәҙмә асыу тантаналарында ҡатнашыу кеүек күңелле ваҡиғаларға бай була Асияның Мәскәүгә сәйәхәте.
Рәсәйҙең милли сәнғәте музейы – Дәүләт Третьяков галереяһында Асия Моратованың эше күрһәтелгән. Бындай мөмкинлекте “М поколение” белем биреү-хәйриә проектын уйлап табыусы МТС компанияһы Бөтөн Рәсәйҙән тағы ла 18 балаға бүләк итте.
Читайте нас: