11-13 ноябрҙә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә беренсе балалар һәм йәштәр театрҙары республика фестивале үткәрелде. Унда Башҡортостандың туғыҙ төбәгенән ижади төркөмдәр ҡатнашты.
Еңеүселәрҙе республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Артур Әлибәков тәбрикләне.
Спектаклдәрҙе Әхтәм Абушахманов, Фәрдүнә Ҡасимова, Таңсулпан Бабич, Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев кеүек билдәле сәхнәәһелдәренән торған баһалама комиссияһы баһаланы. Ижади коллективтарҙың барыһының сығыштарына ла улар төрлө номинациялар һәм призлы урындар бүлгән.
Өсөнсө дәрәжә дипломға Өфө ҡалаһынан "Ҡолонсаҡ", икенсе дәрәжә дипломға Благовещендан "Отражение", Стәрлетамаҡтан "Шут с нами" балалар өлгөлө театр коллективтары лайыҡ булһа, беренсе тип был бәйгелә Белореттан "Надежда" ижади коллективы, Стәрлебаш районынан "Ств театр" халыҡ йәштәр театры танылды. Ә абсолют еңеүсе итеп Салауат ҡалаһынан "Арлекин" өлгөлө балалар театры табылды.
Тантана һуңында “Арлекин”дар тамашасыларҙы М. Кәримдең повесы буйынса ҡуйылған "Өс таған" спектакле менән ҡыуандырҙы. Еңеүҙән илһамланған һәр кескәй артист бирелеп китеп уйнаны.