.Бөгөн Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Туған телемә – йөҙ аҙым" акцияһы башланды.
Проектты бойомға ашырыу идеяһын Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим итте. Бөгөн үткән түңәрәк өҫтәлдә Балаларҙы һәм йәштәрҙе китап уҡырға йәлеп итеүгә, туған телдә баҫылған әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата һөйөү уятыуға йүнәлтелә ул.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев проектты асыуға арналған түңәрәк өҫтәл барышында: “Беҙҙең республикабыҙ әҙәбиә традицияларға, яҙыусыларға һәм шағирҙарға бик бай. Әленән-әле яңы исемдәр балҡып тора, заманса әҫәрҙәр донъя күрә, повестар, романдар баҫыла. Шуға ла китап һөйөүселәр менән күберәк осрашыуҙар үткәрергә, дискуссиялар ойошторорға кәрәк. Халыҡ баҫма әҙәбиәткә яҡыныраҡ булһын ине”, - тине.
Шулай уҡ Константин Борисович үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында күпселектең бөтөнләй китап уҡымауы, шул сәбәпле үҙҙәренең фекерҙәрен аныҡ ҡына еткерә алмауы тураһында ла әйтте.
“Туған телемә – йөҙ аҙым” акцияһына киң мәғлүмәт сараларының, белем усаҡтарының, китапхана, театрҙар, йәмәғәт йошмаларының, республикала йәшәүсе һәр ғаиләнең әүҙем ҡушылыуы мотлаҡ” – тине ул.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев: “100 – ул шартлы һан. Кемдер 200 әҫәр уҡый, кемдер – тағы ла күберәк. Исемлеккә индерелгән 100 әҫәрҙе уҡыған кешене ысынлап та башҡорт әҙәбиәте менән таныш тип әйтергә була. Сөнки уларҙа – башҡорт теленең гүзәллеге, халыҡ яҙмышы, тормошо тураһында мәғлүмәт ярылып ята”.