+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 12:35

Йәнә бер үҫмер егет юғалған

Өфөлә Роман Логинов исемле 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр. Ул кисә төш мәлендә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжынан сыҡҡан һәм кире дәрескә бармаған. Рюкзагы ла колледжда ҡалған.

Өфөлә Роман Логинов исемле 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр. Ул кисә төш мәлендә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжынан сыҡҡан һәм кире дәрескә бармаған. Рюкзагы ла колледжда ҡалған.
Сәғәт икенсе яртыла Роман колледждан сыҡҡан. Телефоны бер сәғәт дауамында тоҡаныулы була, аҙаҡ һүнә. Социль селтәрҙәргә лә егет инмәгән.
Роман күп балалы татыу ғаиләнән, ул - иң өлкәне. Уҡыуҙан тыш атаһына эшендә ярҙам итешә.
Юғалған мәлдә егет ҡыҙыл куртка, күк салбар һәм аҡ күлдәк кейгән булған.
Әгәр ошо тасуирламаларға тап килерҙәй үҫмерҙе күрһәгеҙ, Романдың туғаны Илья Шленкинға 8-937-35-87-072 телефоны буйынса шылтыратып хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Читайте нас: