Кисә баш ҡаланың "Башҡортостан" Дәүләт концерт залын бер итеп, «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестивале үтте. Быйыл конкурс 17-се тапҡыр уҙғарылды.
Фестивалдең форматы быйыл башҡа йылдарҙыҡынан бер аҙ айырыла, ул «Продюсерҙар алышы» исеме аҫтында үтте. Һәр бер сығыш - үҙе бер шоуҙы хәтерләтте. Рәсәй кимәлендәге телевизион музыкаль шоуҙарға хас булғанса, конкурста ҡатнашыусыларҙың үҙ остазы булды. Мәҫәлән, Әбйәлил егете Айтуған Әхмәровты Таһир Әсәҙулллин әҙерләһә, Благовар һылыуы Индира Сибәғәтуллинаны "Арғымаҡ" төркөмөнән Ринат Рамаҙанов сәхнәгә сығарыуҙа көс һалды. Остаздар араһында элекке "Йәшлек шоу" призерҙары, Илнур Рамаҙанов, «Girza music» продюсер үҙәге, Айгөл Үтәгәнова, Фәрүәз Рафиҡов эшләне.
Проекттың төп бүләге – Гран-приҙы Өфө күп профилле һөнәри колледжы талибы Хәйҙәр Ибраһимовҡа насип булды. Еңеүсегә «Ҡурай» телеканалынан клип төшөрөү өсөн сертификат тапшырылды.
Белорет ҡалаһынан Илнар Ғәниев беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт университеты студенты «Юлдаш» радиоһында йыр яҙҙырыу һәм яңғыратыу өсөн сертификат бирелде. Икенсе урын – Өфөнән 22 йәшлек Илүзә Иҙрисовала. Ул да «Юлдаш +» йәштәр интернет радиоһынан йыр яңғыратыуға сертификат менән бүләкләнде. Өсөнсө дәрәжә лауреат дипломы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Индира Сибәғәтуллинаға (Благовар районы) һәм иң йәш ҡатнашыусы, 16 йәшлек Тимур Сөләймәновҡа тапшырылды. Улар Республика халыҡ ижады үҙәгендә йыр яҙҙыра ала.
Артистар төрлө номинацияларҙа дипломдарға һәм иҫтәлекле статуэткаларға ла лайыҡ булды. «Йыл йырсыһы» — Ләйсән Ғәлимова, Йәмил Баймырҙин. Иң шәп йыр өсөн Алтынай Вәлитов бүләкләнде. 2019 йылда «Башҡорт сәй эсә!» композицияһы ысын хитҡа әүерелде, әле лә үҙенең популярлығын юғалтмай. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө «Йыл төркөмө» номинацияһында билдәләнде. «ZAINETDIN» этно-шоу проекты «Йыл шоу-проекты» номинацияһында иң яҡшыһы булды. «Йыл асышы» — «Вилли», «Өмөт» — Бишбармаҡ, «Йыл клибы» — «Ҡорот» йыры өсөн «Rena Rnt».
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Ҡурай ТВ» телеканалы.
Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды