+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2019, 15:30

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы Сибайҙа һәм Мәсәғүттә ярымфиналсыларҙы һайлай

Башҡорт КВН-сылары республика ҡалаларында һәм райондарында хәрәкәтте үҫтереүҙе дауам итә.

Башҡорт КВН-сылары республика ҡалаларында һәм райондарында хәрәкәтте үҫтереүҙе дауам итә. Башҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика башлығы гранты аҡсаһына Башҡорт асыҡ КВН лигаһы «Төньяҡ-көнсығыш», «Көньяҡ», «Урал аръяғы» һәм «Төньяҡ-Көнбайыш» лигалары форматында саралар уҙғара. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары системаһында миҙгел өс конкурс этабынан тора: зона фестивале, ярымфинал уйындары, финал уйындары.
16 һәм 19 ноябрҙә Сибайҙа һәм Мәсәғүттә «Урал аръяғы» лигаһында ярымфинал уйыны була.
Беренсе ярымфинал уйыны 16 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә Сибайҙа Балалар ижады үҙәгендә уҙғарыла.
Икенсе ярымфинал уйыны 19 ноябрҙә Мәсәғүттә район мәҙәниәт йортонда була. Сәғәт 4-тә башлана.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары системаһы эшмәкәрлегенең маҡсаты – уйын формаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа туған телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Бәйләнештәге төркөмдә алырға мөмкин.
Читайте нас: