+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 17:20

Баш ҡалала балалар юл хәүефһеҙлеге акцияһы башланды

Бөгөндән алып баш ҡала хакимиәте "Ҡайтанан тейәү. Хәүефһеҙ юл 2.0" акцияһын асыҡ тип иғлан итә. Сара киләһе йылдың 14 ғинуарыа тиклем барасаҡ.

Бөгөндән алып баш ҡала хакимиәте "Ҡайтанан тейәү. Хәүефһеҙ юл 2.0" акцияһын асыҡ тип иғлан итә. Сара киләһе йылдың 14 ғинуарыа тиклем барасаҡ.
Әүҙем ата-әсәләрҙе Дәүләт автоинспекцияһы һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге мәктәп тирәләй үтәсәк профилактика рейдтарында ҡатнашырға саҡыра. Был сара юл бәлиғ булмағандарҙың (айырыуса уҡыусы балаларҙың) юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү-үтәмәүен асыҡлау, уларға дөрөҫ кәңәш биреү маҡсатында атҡарыла. Шулай уҡ рейдтарҙа йәш юл инспекторҙары ла ҡатнаша ала.
Акция сиктәрендә мәктәп уҡыусылары араһында һүрәттәр һәм компьютер технологиялары конкурсы, юл ҡағиҙәләре буйынса КВН да уҙғарыла. Конкурс шарттары менән «Балалар юл-трнаспорт травматизмын профилактикалау» битләүендә танышырға була.
Водителдәр, пассажирҙар һәм йәйәүлеләр видеороликтар конкурсында ҡатнаша ала. Нисек итеп юл-транспорт ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тураһында видео төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә#уфабезопасныйпуть хэштегы менән һалырға кәрәк. Иң күп "лайыҡ" йыйған ҡыҙыҡлы видео авторҙарын 2020 йылдың 14 ғинуарында Өфө ҡалаһы хакимиәте бүләкләйәсәк.
Читайте нас: