+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 11:25

Башҡортостан «Мәҙәниәт» милли проектының күрһәткестәрен үтәмәгән

Санкт-Петербургта уҙған форумда Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский «Мәҙәниәт» милли проектының күрһәткестәрен үтәмәгән тѳбәктәрҙе әйтте, улар араһында Башҡортостан да бар ине.

Санкт-Петербургта уҙған форумда Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский «Мәҙәниәт» милли проектының күрһәткестәрен үтәмәгән тѳбәктәрҙе әйтте, улар араһында Башҡортостан да бар ине.
Уның белдереүенсә, республика мәҙәниәт учреждениеларына йѳрѳүселәрҙең һанын 15 процентҡа арттырырға тейеш булған, әммә тѳбәк был күрһәткестәргә ѳлгәшмәгән.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был хәлдең статистик хаталар ебәреү сәбәпле килеп сыҡҡанын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 2017 йылда райондар һәм муниципалитеттар мәҙәниәт учреждениеларына йѳрѳүселәр һаны тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәгенә туранан-тура тапшырған. Ул саҡта сараларға түләүле һәм бушлай йѳрѳгәндәр бүленмәгән. 2018 йылда был иҫәпләү тәртибен үҙгәрткәндәр, әммә статистиканы әҙерләгәндә уны иҫәпләмәгәндәр һәм 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата һандарҙы алғандар.
"Тѳп күрһәткестәргә үҙгәрештәр индереүҙәрен һораһаҡ та, ниңәлер, уны үтәмәгәндәр. Моғайын, был күрһәткестәрҙе яңынан ҡарарҙар. Дѳрѳҫ һандарға килгәндә, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата түләүлегә – 43 миллион, бушлай уҙған сараға килгән тамашасы алты миллион самаһы булды. Беренсе урында Мәскәү тора – 50,4 миллион, икенселә Санкт-Петербург - 45 миллион тамашасы, ѳсѳнсѳлә – Башҡортостан. Артабан Татарстан килә – 26 миллион тамашасы. Шуға ла республиканы ҡуйылған планды үтәмәне тип әйтә алмайбыҙ", - тип аңлатма бирҙе Әминә Шафиҡова.
Аңлауыбыҙса, республикала йыл буйына 43 миллион тамашасы мәҙәниәт учреждениеларына килгән тип күрһәтер урынға, алты миллион кеше тип кенә яҙғандар. Был һандарға тѳҙәтмәләр индерелер тип ышанғы килә, кире осраҡта, бының мәҙәниәт ѳлкәһен үҫтереүгә бүленгән гранттар яҙмышына ла кире йоғонто яһауы ихтимал.
Фото: proural.info
Читайте нас: