ССиләбе өлкәһенең Этҡол районында урынлашҡан "Александрия термалары" һауыҡтырыу үҙәгендә ауыл ерендә йәшәүселәр араһында VII Бөтә Рәсәй сатрашсылар беренселеге үтте. Унда баймаҡтарға етеүсе булманы!
Турнирҙа Башҡортостан, Саха-Яҡут республикаларынан, Пермь крайы, Төмән, Свердловский, Иркутский, Силәбе өлкәләренән сатраш оҫталары ҡатнашты.
Башҡортостан данын Баймаҡ ҡалаһының Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре Илья Захаров, Эльвина Тимербулатова, Юлиә Күлмөхәмәтова, Эмиль Иҫәндәүләтов һәм Полина Яҡшыбаева, Төркмән мәктәбе уҡыусылары - Илназ Тулыбаев, Азамат Әхмәтов һәм Илнар Күлмөхәмәтов яҡланы. Азамат менән Илнар был турнирҙа бишенсе тапҡыр ҡатнаша икән. Улар һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
Тулыраҡ: http://www.bashinform.ru/news/1379729-yunye-shashisty-iz-bashkirii-vyigrali-pervenstvo-rossii-sredi-selchan