+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 12:00

“Иҙел” моңло һандуғастарҙы йыйҙы

“Башҡортостан” Дәүләт концерт залында “Иҙел” башҡорт һәм татар йырҙарын профессиональ башҡарыусыларҙың конкурс-фестивале үтте.

“Башҡортостан” Дәүләт концерт залында “Иҙел” башҡорт һәм татар йырҙарын профессиональ башҡарыусыларҙың конкурс-фестивале үтте.
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙҙы һәм унда 74 ҡатнашыусы заявка ебәргәйне.
Йылдағыса, конкурста Өфө, Ҡаҙан, Мәскәү, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Ульяновский, Чистополь, Аткарский ҡалаларының сәнғәт уҡыу йорттары студенттары, Ейәнсура, Бөрйән, Салауат райондарынан, Ҡытайҙан һәм Ҡырым Республикаһынан йырсылар ҡатнашты.
Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнде. “Башҡорт халыҡ йыры” номинацияһында Ейәнсура районы һандуғасы Әлфиә Мырҙабаева еңһә, “Татар халыҡ йыры”нда Линар Шәймөхәмәтов беренселек яуланы. Кескәйҙәр араһында “Балалар номинацияһы”н Инсаф Ғәлибаев алды. Иң яҡшы вокал ансамбле тип “Йәннәт” ансамбле танылды. “Академик йыр” номинацияһында Сәрүәр Ҡадиров, “Башҡорт эстрада йыры”нда – Ләйсән Ҡаһирова, “Татар эстрада йыры”нда – Светлана Хәсәншина, “Автор-башҡарыусы” номинацияһында Азамат Дауытов беренселек яуланы.
Лауреаттарға һәм ҡатнашыусыларға ойоштороу комитеты һәм бағымсылар тарафынан бүләктәр таратылды.
Читайте нас: