Яҡут Республикаһында Лена йылғаһы аша ҙур күпер төҙөйәсәктәр. Төҙөлөштө башлау өсөн Рәсәй Башлығының бюджет аҡсаһын ҡулланыуға рөхсәте кәрәк ине.
8 ноябрҙә Яҡут Республикаһы Башлығы Айсен Николаев Путинға хат яҙған. Хатта ул проект буйынса күпер өс километр буласағы, төҙөлөш эштәре өсөн 82,9 миллиард һум китәсәге тураһында хәбәр итте.
Федераль бюджеттан 47,8 млрд, 6,4 млрд төбәк бюджетынан, ә ҡалған 28,6 млрд-ты инвесторҙар бүләсәк.