+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 12:30

Бөгөн Бөтөн донъя сәләмләү көнө.

СӘЛӘМ БИРГӘН – МЕҢ САУАПЛЫ. Бөгөн Бөтөн донъя сәләмләү көнө.

21 НОЯБРЬ –БӨТӘ ДОНЪЯ СӘЛӘМЛӘҮ КӨНӨ тип, ҡырҡ йыл элек ҡабул ителгән. Уның тарихы былай:1973 йылда ағалы-ҡустылы ике американлы Маккомак яңы байрам – Сәләмләү көнөн уйлап сығарған. Шул йылдың 21 ноябрендә улар Ер шарының төрлө төбәктәренә тик изге теләктәрҙән генә торған сәләм хаттары ебәргән. Шарт буйынса хат алыусы ошондай уҡ йөкмәткеле хатты кәмендә ун кешегә ебәрергә тейеш булған. Был күренеш тиҙ арала бөтөн Ер шарына таралған һәм ошо көндән төрлө милләт кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре, йәше-ҡарты бер-береһен сәләмләй, матур теләктәрен еткерә икән.
Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп, ихласлап, күрешә. “Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтөнөһө лә ярлыҡаныр”, - тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ҙы – беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була.
Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел икән, ә көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур.
Борон, телефон, почта хеҙмәте булмағанда, кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләмдәр ебәрер булған. Хәйер, был күренеш әле лә һаҡлана. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны оҙаҡҡа һуҙмай тәғәйен кешеһенә еткерергә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ йә иһә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән.
Сәләм биреү кәрәклеге тураһында изге Ҡөрьәндә лә яҙылған. “Әс-сәләм” һүҙенең ғәрәп теленән тәржемәһе – “Тыныслыҡ, именлек, һаулыҡ”, был һүҙ Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһе, йәғни “Тыныслыҡ һәм именлек бүләк итеүсе”. Кешене сәләмләп, беҙ уға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ икән, тимәк, сауап та алабыҙ.
Кешеләрҙе генә түгел, ауыл, урман, йылға-тауҙарҙы ла сәләмләү сауаплы, сөнки улар ҙа йәнле. Шуға ла ихласлыҡ менән, бар күңелеңде һалып сәләмләшеү кәрәктер. Бер хәҙистә лә әйтелә бит: кешегә ни теләһәң, фәрештәләр ҙә Аллаһтан һиңә шуны һорар. Кемдер һиңә сәләм ебәрә икән, рәхмәтле булып, ҡыуанып ҡабул итергә кәрәктер.
Изге маҡсатлы был көнгә беҙ ҙә ихлас ҡушылайыҡ, бер-беребеҙҙе сәләмләп, изге теләктәребеҙҙе еткерәйек.
Читайте нас: