+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 14:15

Өфөлә төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтергән.

Өфөлә төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды
Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда 21 ноябрҙә төндә баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтергән.
Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән ерҙә 14 Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан – Өфөнөң ете районы вәкилдәренән торған делегация ҡаршы алды. Улар шыршының матурлығы, бейеклеге буйынса баһаланы һәм Башҡортостандың баш ҡалаһына инергә «рөхсәт» бирҙе. Юл-патруль хеҙмәте автомобилдәре оҙатыуында ул ҡала урамдары буйлап Өфө хакимиәте алдына килтерелде, бында уның хөрмәтенә йырлы-моңло, әйлән-бәйләнле тамаша ойошторолдо.
Шыршыны ай ярым элек үк һайлағандар. Уның бейеклеге – 30 метр самаһы, ә йәше – 90 йылдан ашыуыраҡ. Тиҙҙән уны биҙәү, майҙанда иһә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү эштәре башланасаҡ.
Өфөнөң башҡа ял итеү урындарында ла Яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: