+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 18:00

"Бирешмә!”ләр Волгоградтан еңеү алып ҡайтты

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Бирешмә!” беренсе балалар премияһы “ТЭФИ-Төбәк”тең төп призына – Бронза Орфейға лайыҡ булды.

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Бирешмә!” беренсе балалар премияһы “ТЭФИ-Төбәк”тең төп призына – Бронза Орфейға лайыҡ булды.
Волгоград ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй телевизион конкурста быйыл Рәсәйҙең 70 тораҡ пунктынан 126 телекомпания ҡатнашты. Баһалама ағзалары 500-ҙән ашыу конкурс эшен ҡарап, иң-иңдәрен билдәләне.
Шулай уҡ “Тамыр” телеканалы “Телевидение һәм тормош: махсус проект” номинацияһында еңеү яуланы.
“Тамыр”ҙар жюри ағзаларын таң ҡалдырған ,тип әйтһәк, яҙыҡ булмаҫ. «Бирешмә!» проектына Орфейҙы тапшырғанда жюри ағзаһы, НТВ телеканалының мәғлүмәт дирекцияһы директоры кәңәшсеһе, «Сегодня» тапшырыуын алып барыусы Владимир Чернышев:
“Һеҙ телевидение менән тормош араһына сифатлы күпер һалаһығыҙ. Тамашасылар менән ысын, йәнле бәйләнеште күрһәтеүгә өлгәштегеҙ. Шуныһы мөһим: һеҙ бер яҡлы тормош менән йәшәмәйһегеҙ, ә тамашасыларҙы, үҫмерҙәрҙе йәлеп итәһегеҙ. Быны профессиональ, сифатлы итеп башҡараһығыҙ”, - тине.

Ә билдәле журналист, НТВ-ла «Однажды…» тапшырыуының авторы, ТЭФИ академигы Сергей Майоров иһә: “Тамыр” — беҙҙең илдә уникаль күренеш. Был тәүлек әйләнәһенә эшләгән, үҙ контенынан торған балалар каналы. «Тамыр»ҙың еңеүе маҡтауға лайыҡ!” – тип өҫтәне.
Еңеү тураһында “Бронза Орфейҙы беҙ ҙур, күп яҡлы һәм яратҡан телевизион тарихыбыҙға - сериалға, ошондай уҡ исемле музыкаль төркөмгә, хәйриә концерттарына, яңы йыл фильм-әкиәтенә, аҙналыҡ «Бирешмә! Профи» программаһына һәм «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы»на баһа тип ҡабул итәбеҙ”, - тине проект авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
“Бирешмә!” премияһы тормоштағы ауыр хәлдәрҙе еңеп сыҡҡан һәм уңыштарға өлгәшкән балаларға рәхмәт белдерә. Был премияны проектта ҡатнашыусы үҫмерҙәр үҙҙәре - «Бирешмә!” сериалы геройҙары уйлап тапҡан.
Хәҙер телеканал коллективы киләһе премияны иғлан итергә йыйына. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2020 йылдың мартына билдәләнгән.
Читайте нас: