+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 12:35

"Terra Gussia"ға барам әле, ҡаҙ һатып алам әле

Федоровка районында 30 ноябрҙә "Terra – Gussia" фестивале үткәрелә. Сара район үҙәгенең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ойоштороласаҡ.

Элек беҙ ҡаҙ өмәһенә бер ҙә икенсе атама ҡушып аптырамай торғайныҡ. Федоровкалар быйыл ҡаҙға бағышланған фестиваль ойоштормаҡсы икән. Исеме лә ниндәй - "Terra – Gussia"!
Федоровка районында 30 ноябрҙә "Terra – Gussia" фестивале үткәрелә. Сара район үҙәгенең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ойоштороласаҡ.
Нимә һуң ул "Terra – Gussia"? Баҡтиһәң, иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ был фестиваль сиктәрендә халыҡ йолалары, "Ҡаҙ өмәһе" көҙгө фольклор байрамы ҡаралған икән. Ауыл биләмәләре күргәҙмә әҙерләйәсәк, концерт программаһы ла буласаҡ. Тере ҡаҙҙы биҙәү, ҡаҙ итенән ашамлыҡтар әҙерләп күрһәтеү, балалар араһында һүрәттәр конкурсы ла уҙасаҡ. Эштәрҙе алдан ошо адресҡа: 453280, Федоровка ауылы, Ленин урамы, 50, йәки [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ.
Читайте нас: