Ул 1968 йылда Әбйәлил районының Ишбулды ауылында тыуған. БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған.
Күренекле йәмәғәт эшмәкәре булараҡ билдәле. Башҡорт йәштәре иттифағында әүҙем эшләгән, "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе вазифаһын үтәгән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумына һайланған.
2003 йылда коммерциялы Гуманитар академия ректоры итеп ҡуйылған.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Башҡорт дәүләт универтитетының Сибай институтында, Башҡорт гуманитар колледжында уҡытҡан.
Тиҫтәнән ашыу китап авторы.
Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын, тыныс йоҡлағыҙ, Әхтәр Мөхәмәт улы!..