+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2019, 17:50

Ҡарһүҙ һөйләү оҫталарын конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурсы иғлан итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурсы иғлан итте.
Социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр башлана.

1. «Һаумы, һаумы, әкиәт» конкурсында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм 1-4 синыф уҡыусылары ҡатнаша.
Башҡорт йә башҡа халыҡ әкиәте буйынса сығыштың йә сәхнәләштерелгән күренештең видеояҙмаһын ойоштороу комитетына ебәрергә һәм социаль селтәрҙәрҙә #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө хештегтары менән билдәләп һалырға кәрәк.

Видеороликтағы сығыштың оҙонлоғо 3-5 минуттан артмаһын.
Башҡарыусының кадрҙа булыуы мотлаҡ.
Баһалағанда видеороликтың эстетик биҙәлеше,телмәр тәьҫирлеге, һөйләү белеү оҫталығы иҫәпкә алына.
Әкиәттәрҙе күмәкләп сәхнәләштереүселәргә лә шундай уҡ талаптар ҡуйыла.
Видеороликтың оҙонлоғо -10 минутҡа тиклем.

“Һаумы,һаумы, әкиәт” конкурсында ерле һөйләш өсөн хас тел үҙенсәлектәрен ҡулланырға мөмкин.

Материалдар 2019 йылдың 8 декабренә тиклем ҡабул ителә.
#ҡоролтай #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашҡортТелеКөнө
Читайте нас: