Бөгөн республика Идаралығының оператив кәңәшмәһендә мәктәптәрҙә туҡланыу мәсьәләһе тураһында һөйләшеү булды.
Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев республиканың барлыҡ мәктәптәрендә күҙәтелгән дөйөм проблемалар тураһында сығыш яһаны. Насар сеймал, аш бүлмәләрендәге иҫкергән ҡоролмалар, санитар нормаларҙың үтәлмәүе, ашнаҡсылар етешмәүе һәм башҡа проблемалар тураһында һүҙ барҙы был һөйләшеүҙә.
Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә аҙыҡ-түлек блоктарында ҡуйылған ҡулланылған ҡоролмалар 63-65 процентҡа туҙған. Яңыһын һатып алыу өсөн 549 млн һум кәрәк.
Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса финанслау эштәрен вице-премьеры Андрей Назаровҡа тапшырҙы. "Әлегә аҡса юҡ. Иғтибарҙы күберәк мәктәптәрҙе һәм аҙыҡ-түлек блоктарын йүнәтеүгә бирегеҙ. Биш йыл эсендә был мәсьәләне хәл итергә кәрәк" - тине Радий Хәбиров.
Балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү быйыл бер ни тиклем яҡшырҙы. Төбәк операторҙары, ауыл хужалығы кооперивтары менән оҙайлы ваҡытҡа килешеүҙәр төҙөлә. Башҡортостан Республикаһының туҡланыу операторҙарының профилле ассоциацияһы булдырылды. Әлеге ваҡытта унда 26 оператор мәктәптәр менән эшләй. Ата-әсәләр комитеттары ла балаларҙың туҡланыуын күҙ уңында тота.
Эйе, иң ҙур бәлә - мәктәптәрҙә ашханаларҙың аҙ урынлы булыуы. Мәҫәлән, мең ярым бала уҡыған белем усағында ашхана, ғәҙәттә, ни бары 200-250 балаға тәғәйенләнә. Был проблеманы хәл итеү өсөн мәктәптәрҙә "швед өҫтәле" системаһын ойошторорға һәм тәнәфестәрҙе төрлө синыф өсөн төрлө ваҡытҡа күсерергә тәҡдим иттеләр. Был осраҡта белем усағында уҡыусы һәр бала ваҡытында ашай аласаҡ. Был алымды тәүҙә бер нисә мәктәптә һынап ҡараясаҡтар, әгәр уңышлы үтһә бөтөн мәктәптәрҙә лә ҡулланасаҡтар.
Кәңәшмәлә шулай уҡ икенсе сменала уҡыусы балаларҙың туҡланыуы тураһында ла һүҙ барҙы. Күпселек мәктәптәрҙә ашханалар сәғәт 15:30 тиклем генә эшләй һәм кискә тиклем балалар дәрестәрҙә ас ултырырға мәжбүр. Радий Хәбиров бындай осраҡта мәктәп ашханаларының эш ваҡытын оҙайтырға тигән фарман бирҙе.