Республикала алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләгән закон проекты уларҙы ҡулланыуҙың кире эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән һәм Яңы йыл каникулдарында ваҡлап һатыуға сикләүҙәр индереүҙе күҙ уңында тота. 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу бөтөнләй тыйыла, ә 4 – 6 ғинуарҙа урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 10-дан, төшкө сәғәт 2-гә тиклем генә һатыла.