+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 17:25

Өфөлә "Беҙ - бер планета балалары" конкурсы ойошторола

1 декабрҙә Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә “Беҙ – бер планета балалары” Республика фестиваль-конкурсы –ткәрелә. Был сарала 7-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәрҙән торған коллективтар, айырым сығыш яһаусылар ҡатнаша ала.

Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге һәм үҙәктең Мәҙәниәт йорто ойоштора.
Йәш быуынды ижадҡа ылыҡтырыу, уларҙа толрантлыҡ тәрбиәләү, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, социаль приюттарҙа һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә йәмғиәттә үҙҙәренең урынын табыуға ярҙам итеү маҡсатында ойоштора был конкурс.
Йыр моң бәйгеһендә 7-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы ижади коллективтар (шул иҫәптән инклюзив коллективтар) ҡатнаша, айырым сығыш яһаусылар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай ала.
Еңеүселәр дүрт йәш категорияһына бүленеп билдәләнелә: 7-9, 10-12, 13-16 һәм ҡатнаш йәш категориялары (7-16).
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)273-50-51. “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмгә һылтанма: https://vk.com/midetiodnoyplanety
Читайте нас: