+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 19:40

Хәлилдәрҙән өлгө алығыҙ!

Әбйәлил районы Хәлил мәктәбенең 5-се синыф уҡыусылары “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылды.

Әбйәлил районы Хәлил мәктәбенең 5-се синыф уҡыусылары “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылды.
21 уҡыусынан торған берҙәм синыф журналыбыҙҙың Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды, ә уларҙың етәкселәре Винер Мөхәмәҙей улы Сәйетовҡа иһә беҙ Рәхмәт кәлимәһен юллайбыҙ.
Шулай уҡ мәктәптә балалар туған телдә уҡыһын тип тырышыусы китапханасы Лилиә Нурислам ҡыҙы Ҡадироваға ла беҙ журналға яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн “Аманат”тың Маҡтау билдәһен ебәрәбеҙ.
Афарин, хәлилдәр!
Дуҫтар! Һеҙ ҙә акциянан ситтә ҡалмағыҙ! Синыф менән яҙылыусыларҙың фотолары беҙҙең журнал биттәрендә сыға. Ашығығыҙ! Әгәр ҙә квитанция күсермәләрен һәм журналдан киҫеп алынған купондарҙы ла тултырып ебәрһәгеҙ, шунда уҡ “Яҙыл да бүләк от!” уйыны ҡатнашыусыһы булараҡ, велосипед, планшет, смартфон отоу мөмкинлегенә лә эйә буласаҡһығыҙ.
"Аманат"ҡа 2020 йылдың 1-се яртыһына яҙылыу хаҡы: ярты йылға - 350 һум 28 тин.
Читайте нас: