+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 13:30

Радик Юлъяҡшин Мәскәүҙә яҡташтар менән осрашты

Elvin Grey: "Мәскәүҙә беҙ, башҡорттар, шул тиклем күмәк икәнбеҙ тип уйламағайным"

Радик Юлъяҡшин Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтары менән осрашты.
Рәсәйҙең үҙәге - Мәскәүҙә күренекле яҡташтар менән ошондай осрашыуҙар үткәреү – асыҡ диалогтың яңы форматы, бында тыйылған темалар һәм сикләүҙәр юҡ. Сараға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа йыйылды. Йәш тамашасы Тимур Сакаев Радиктан: «Ни өсөн «Илама» йырының клибына күңелһеҙ сюжет һайланған, әсә үҙ балаһынан баш тарта?», — тип һораны.
«Үҫеп еткәс аңларһың, тормошта ата-әсәһеҙ үҫкән балалар ҙа бар. Улай булырға тейеш түгел. Клип фәһем бирһен теләнем, тәү сиратта йәштәргә. Беҙ ҙә берәй ваҡыт атай-әсәй булырбыҙ... Мин 11 йәшемдә атайһыҙ ҡалдым. Унан алып ҡалған төп һабаҡ – үҙеңә, үҙ көсөңә ышаныу. Йәштән үк ул бөтәһенә лә: «Улым Радик ҙур артист булыр», — тип әйтә торғайны. Ул миңә ышанды, мин тырыштым, һәм был тормошҡа ашты», — тип яуапланы Радик.
Йырсы һүҙҙәренсә, йондоҙло сәғәте һуғыр алдынан уға үҙе һәм музыкаһы өҫтөндә оҙаҡ эшләргә тура килгән. Радик Юлъяҡшин ысын артист булыу өсөн Рәсәйҙең баш ҡалаһына юлланыуы хаҡында һөйләне: «Бында, Мәскәүҙә, мин икенсе йыл, үҙемдең Elvin Grey лейблы барлыҡҡа килде, хәҙер унда етенән ашыу артист». Уның башҡорт һәм татар телдәрендәге йырҙарҙы популярлаштырыу теләге ҙур. Әле йырсының 29 февралдә Мәскәүҙең Крокус Сити Хол залында үтәсәк концертына әҙерлек бара.
Радик Юлъяҡшин Мәскәүҙәге Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы әүҙемселәренең башланғыстарына ярҙам итеп тора. Шолохов педагогия университетында уҡыған сағында уҡ йәштәрҙең ижади тормошонда ҡатнаша, башҡорт кисәләрендә сығыш яһай, ләкин рәсми рәүештә Ассоциация әүҙемселәре сафында булмай. Ассоциация рәйесе Азат Ҡаҙаҡбаев осрашыуҙа был яңылышлыҡты төҙәтә һалды – ул артисты йәштәр активына ҡабул итте һәм клубтың эмблемаһы төшөрлөгән свитшот тапшырҙы.
«Мәскәүҙә беҙ, башҡорттар, шул тиклем күмәк икәнбеҙ тип уйламағайным, һәм республиканың Тулы хоҡуҡлы вәкилллегенә килеп, үҙемде өйҙә, Башҡортостанда тип хис итә алыуыма бик шатмын. Республикабыҙҙа тыуып үҫкән лайыҡлы кешеләр күп, бындай осрашыуҙарҙы дауам итергә кәрәк. Мин дә ҙур теләк менән уңышҡа ирешкән яҡташтарыбыҙҙы тыңларға килер инем. Беҙ бергә булғанда, беҙ көслө!», — тине артист.
Ошо осрашыу тураһында иҫтәлек булһын тип Радикка Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтан бүләк тапшырылды. Картинала йырсының тауышы төшөрөлгән. Үҙенсәлекле музыкаль бүләктә йырсының тәүге йырҙарының береһе йәшерелгән. Ул уны һирәк башҡара, ләкин, Радик үҙе әйтеүенсә, «Ашҡына ғүмер» йыры уның йөрәгендә мәңгелек.
http://www.bashinform.ru/bash/1383258/
Читайте нас: