+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 11:50

Рим Папаһы Путинға сәләм ебәргән

Баҡтиһәң, Рим Папаһы ниндәй ҙә булһа дәүләт тапҡырынан самолетта осоп барышлай шул дәүләт башлығына телеграмма ебәрә һәм был үҙенә күрә йолаға әүерелгән икән.

Рим Папаһы Франциск Рәсәй Президентына телеграмма ебәргән. Сәләм хатын Папа самолетта Рәсәй территорияһы өҫтөнән Таиландтан Японияға осоп барышлай һуҡҡан. Баҡтиһәң, рухани ниндәй ҙә булһа дәүләт тапҡырынан самолетта осоп барышлай шул дәүләт башлығына телеграмма ебәрә һәм был үҙенә күрә йолаға әүерелгән икән.
Рим Папаһы үҙенең телеграмында Путинға күптин-күп сәләм, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар күндерә.
Читайте нас: