-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 12:00

Өфөлә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә урындар арта

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте кәңәшмәһендә балалар баҡсалары һәм мәктәптәр тураһында һөйләшеү булды. “Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттары сиктәрендә эшләнелгән һәм бойомға ашырыласаҡ эштәр тураһында һүҙ барҙы унда.

“Ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ” төбәк проекты буйынса баш ҡала балалар баҡсаларында өҫтәмә рәүештә өс йәшкә тиклемгеләр өсөн тағы 625 урын булдырыласаҡ” – тип хәбәр итте ҡаланың мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова.
“Балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү” проекты буйынса балалар баҡсаларында консультация үҙәктәре лә асыласаҡ. Ата-әсәләр бындай үҙәктәрҙә йәш баланың үҫеш үҙенсәлектәре, һаулығы тураһында кәңәштәр ала, ата-әсәһеҙ ҡалған сабыйҙарҙы тәрбиәгә алыу тураһында һорауҙар бирә аласаҡ.
“Заманса мәктәп” проекты буйынса белем усаҡтарында уҡыуҙы бер сменаға күсереү буйынса эш алып барыла. Бының өсөн биналарға төкәтмәләр төҙөлә, синыф бүлмәләре өҫтәләсәк. Быйыл Өфөнөң 13 мәктәбендә өҫтәмә рәүештә 850 урын булдырылған, артабан да был юҫыҡта эштәр алып барыла.
Читайте нас: