2019-2020 йылдарҙа Өфө мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын төҙөкләндереү өсөн ярты миллиард аҡса бүленде.
2019 йылда республика бюджетынан бүленгән 250 миллион һумға Өфөнөң 87 белем биреү усаҡтарында капиталь ремонт үткәрелгән, тип хәбәр итә ҡала мэрияһы. 2020 йылда тағы ла 103 учреждениела 250 миллион һумға капиталь ремонт эштәрен алып барасаҡтар.
Ҡала мэры Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, ҡала мәғариф системаһы ғәҙәттәгесә эшләй башлаһын өсөн Өфөлә тағы ла 35 мәктәп һәм 42 балалар баҡсаһы төҙөргә кәрәк.