+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 11:29

Путин: "Ул үҙенең әҫәрҙәренең геройҙары кеүек үк, донъяны танырға, дөрөҫлөккә ынтылды"

Кисә Санкт-Петербургта фронтовик яҙыусы Даниил Гранинға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.

Кисә Санкт-Петербургта фронтовик яҙыусы Даниил Гранинға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.
Бронза скульптура төньяҡ баш ҡаланың Алыҫ Көнсығыш проспектына, Даниил Гранин исемендәге китапхана эргәһендәге мәҙәни-яҡтыртыу үҙәгенән алыҫ булмаған майҙансыҡта ҡуйылды.
“Яҙыусы, яугир, аҡыл эйәһе Даниил Александрович миллионлаған уҡыусының һөйөүен яулауға иреште. Ижадта ул бер ҡасан да бер урында туҡтап ҡалманы, үҙенең әҫәрҙәренең геройҙары кеүек үк, донъяны танырға, дөрөҫлөккә ынтылды. Әҙиптең ижади һәм рухи мираҫы киләсәктә лә юғары баһаларға эйә булырына шигем юҡ”, - тине Президент.
Даниил Гранин 99 йәшендә 2017 йылдың 4 июлендә мәрхүм булып ҡалды. Ул 1919 йылдың 1 ғинуарында Курск өлкәһендә тыуған, аҙаҡ уның ғаиләһе Ленинградҡа күскән. Гранин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн бихисап ордендар менән бүләкләнгән.
Яҙыусының тәүге китаптары һуғыштан һуң баҫыла. “Блокада китабы” документаль хроникаһының авторҙашы (Алесь Адамович менән берлектә), “Йәшенгә ҡаршы бар”, “Эҙләүселәр”, “Зубр” әҫәрененең авторы ул.
Читайте нас: